Иртәгә Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө

Ул йыл да сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Һөнәри байрам көнөндә лә инспекторҙар үҙ эшендә ҡала. Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығынан тулыраҡ киләһе яҙмала.

Һөнәри байрам көнөндә лә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре сафта ҡала. Бигерәк тә, көҙгө осорҙа. Сөнки мажаралар эҙләп юғалыусылар бармаҡ менән һанарлыҡ булһа ла, бар. Ғөмүмән, быйылғы йыл хеҙмәткәрҙәр өсөн етди булды, тип әйтергә кәрәк. 4-се һәм 5-се класлы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе иғлан ителгән осорҙа ла улар ут сығыуға юл ҡуйманы. Быға коллективтың ойошҡанлы эш алып барыу һөҙөмтәһе.

Шуға ла һөнәри байрамды урман хужалығы инспекторҙары рухи күтәренкелектә ҡаршы алды. Фиҙакәр хеҙмәт күрһәткәндәр айырым билдәләнеп үтте. Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Нура урмансылығында, ғөмүмән, оҙаҡ йылдар эшләгәндәр күп. Улар араһында аталы-уллы Рәхмәтуллиндарҙы айырым билдәләп үтергә мөмкин. Радик Рәхмәтуллиндың бөгөн хеҙмәт стажы 24 йылдан ашыу. Тәбиғәткә һөйөү ата-олатаһынан ҡалған.

Нура урмансылыҡ участкаһы биләмәһе 30 саҡрымды тәшкил итә. Шуға ла хеҙмәткәрҙәр ҙә етерлек. Бөгөн йәшел ҡалҡан 9 дәүләт инспекторы ҡарамағында ҡала.

Дәүләт инспекторҙарының тәү маҡсаты – урман фондын тәртип боҙоусыларҙан һаҡлау. Белгестәр зыян килтереүселәр һанының йыл да кәмеүгә табан барыуын билдәләй. Янғын осрағының теркәлмәүе лә быға асыҡ миҫал. Бынан тыш, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре тәбиғәттәге үҙгәрештәргә, яңылыҡтарға бәйле йылъяҙмалар ҙа алып бара.

Азат Ғәлиуллин