Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы янында инвалидтарҙың туристик слеты үтте

Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылы янында инвалидтарҙың туристик слеты үтте. Сарала райондың 14 ауыл биләмәһенән 60-тан ашыу кеше ҡатнашты. Улар кәмәлә йөҙөү, арҡан буйлап йөрөү кеүек ярыштарҙа ҡатнашты, йыр-моңға маһирлыҡтарын күрһәтте, ҡул эштәре, аш-һыу күргәҙмәһендә оҫталарҙы асыҡланы. Рухи көс һәм берҙәмлек байрамында БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Әбйәлил районы Ҡырҙас ауыл янындағы быуа буйы был көндә йыр-моңдан яңғырап тора. Берәүҙәр ҡурайҙа һыҙҙыра, икенселәре гармун телдәрен һайрата, өсөнсөләре халыҡ йырҙарын һуҙа. Профессиональ сәнғәт оҫталары булмаһа ла һәр береһенең күңелендә ижадҡа һөйөү йәшәй.

Әбйәлил районы инвалидтар ойошмаһының слеты 5 йыл рәттән ойошторолоп килә. Был сара дуҫтарса, йылы шарттарҙа үтеүе менән үҙенсәлекле. Шуға күрә ул физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн көтөп алған, танһыҡ сараға әүерелгән. Был юлы ул Әбйәлил районының 14 ауыл биләмәһенән 6 тиҫтәнән ашыу кешене бергә йыйҙы.

Слет барышында концерт номерҙарына ғына түгел, кәмә-катамарандарҙа ярышыуға, арҡан буйлап тиҙлеккә йөрөүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Был осраҡлы түгел. Әбйәлил инвалидтар ойошмаһы Рәсәй президенты грантына лайыҡ булып туристар слеты өсөн кәрәк-яраҡтар алған. Хәҙер уларҙың физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн иҫтәлекле ял ойоштороу мөмкинлеге бар.

Туристик слетта физик мөмкинлеге сикләнгәндәр үҙҙәренең ҡул эштәре күргәҙмәһен дә ойошторған. Бында сигелгән, бәйләнгән, һуғылған ижад емештәре ҡуйылған. Һәр береһе күҙ нурын һәм күңел йылһын һалып эшләнгән. Шулай уҡ аш-һыу экспозицияһы ла әҙерләнгән. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, физик мөмкинлектәре сикләнгән тиһәләр ҙә, улар ҡул ҡаушырып ултырмай, малын да көтә, баҡсаһын да үҫтерә. Мәҫәлән, Иршат шәрәфетдинов, күргәҙмәгә баҡса емештәрен алып килгән.

 Инвалидтарҙың слетын ойоштороуға урындағы ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар йәмғиәте лә, ерле халыҡ та үҙ өлөшөн индергән. Әбйәлил ойошмаһы ағзалары үҙҙәре лә бик әүҙем, тулы ҡанлы тормош алып бара. Мөмкинлектәрҙе бер кем дә сикләй алмай,  ул һәр кемдең күңелендә, йөрәгендә, ти улар.

Рәмзиә Кәримова