«Ҡояш балалар»ҙа мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҫешә

Ҡырмыҫҡалы районында мөмкинлектәре сикләнгән балалар клубы 4 йыл эшләп килә. Ата -әсәләр теләге буйынса дауна синдромы, психик үҫеше тотҡарланған балалар өсөн инклюзив театр асылған. Сәнғәт тигән мөғжизәләр илендә тәүге аҙымдарын яһаусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Гөлшат Латипова иртә менән улы Айназды район мәҙәниәт йортона репетицияларға оҙата. Улар район үҙәгенә Сахай ауылынан килә. Анжелика Буйлова ла апаһы оҙатыуында репетицияға ашыға.

Бейеү хәрәкәттәренә күсерҙән алда буласаҡ артистар физик күнекмәләр эшләй. Йылынып алғас, репетициялар башлана.

Бөгөнгө реперицияға һаулыҡ буйынса мөмкинлеге сикләнгән өс бала килгән. Үҫмерҙәр «Далан» өлгөлө хореография коллективы солистары менән парлашып вальс элменттарын өйрәнә.

Гөлшат Латипова өсөн һаулыҡ буйынса мөмкинлеге сикләнгән улын йәмғиәткә сығарыу, дуҫлашырға, аралашырға өйртеү, яңы һөнәрҙәргә ылыҡтырыу мөмкинлеге булыуы – ҙур бәхет.

«Ҡояш балалар» ғаилә клубына 15 бала йәлеп ителгән. Оҫталыҡ дәрестәре, төркөмдәрҙә тренингтарҙан тыш, ата-әсәләрҙең теләге буйынса дауна синдромы, психик үҫеше тотҡарланған, насар күреүсе һәм ишетеүсе балалар өсөн инклюзив театр асылған. Федераль грантҡа асылған проектҡа режиссерҙар, хореографтар, психологтар йәлеп ителгән.

Айырыуса балалар менән парлашып вальс әйләнеүсе солистар партнерҙарына ышаныс бирә, хәрәкәттәр яһағанда ярҙам итә, тамаша зауыҡлы һәм еренә еткерелһен өсөн тырыша.

Миңә Анжелина менән парлашып вальс әйләнеүе еңед. Ул бик оҫта һәм йылдам хәрәкәтләнә.

Алмас Йыһаншин «Далан» өлгөлө хореография ансамбле солисы

Бергә Айназ менән бейейбеҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ.

Аделина Мәғәфүрова, «Далан» өлгөлө хореография ансамбле солисы

Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырылған проектта һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре лә ҡатнаша ала. Үҫмерҙәргә шәүләләр театры, ҡурсаҡ йөрөтөү һәм етештереү, костюмдар тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Проект сиктәрендә 1 декабрҙә Сергей Аксаковтың «Ал сәскә «әкиәте буйынса үҙенсәлекле театр сәхнәләштереләсәк.

Гүзәл Борханова