Архангел районының Асы ауылында еңел атлетика буйынса төбәк беренселеге уҙҙы. Ул Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған Марат Дәүләнов иҫтәлегенә бағышланды. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Донбасс азатлығы, ил именлеге өсөн батырҙарса һәләк булған яҡташының хәтерен иҫкә алыу өсөн кроста ҡатнашыусларға ямғырлы һауа торошо ла ҡамасауламай. Профессионал һәм һәүәҫкәрҙәргә айырым старт бирелә. Тәүгеләре 7 километр ярым йүгерһә, икенселәренең дистанцияһы ике километр ярым. Марат Әхтәм улының иҫтәлегенә уҙғарылған сара «Милләттәр кросы» сиктәрендә үтте.
Марат Дәүләнов Архангел районының Абзан ауылында тыуа. Йылғасылыҡ училищеһын тамалай, 1985 йылда Совет армияһы рәтенә саҡырыла. 14 йылдан ашыу Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә. Пенсияға майор дәрәжәһендә сыға. Хәрби бәрелештәр ветераны булараҡ үҙ теләге менән нацизмға ҡаршы көрәшеүселәр рәтенә баҫа. Марат Әхтәм улы һуңғы көндәренә тиклем присяга һәм хәрби бурысына тоғро ҡала. Асы ауылында еңел атлетика буйынса Архангел районы беренселегенә батырҙың ике туған ағаһы ла саҡырылды.
Ярышта Өфө, Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондары, Межгорье ҡалаһы уҡыусылары ла үҙ көстәрен һынап ҡараны. Профессионал йүгереүселәр араһында икенсе урын яулаусы Илһам Ҡотломбәтов һүҙҙәренсә, бындай саралар тыуған иле, халҡы өсөн янып йәшәгән батыр исемен халыҡ хәтерендә мәңге ҡалдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Марат Әхтәм улы – илһөйәрлек миҫалы. Беҙҙең бурыс – батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙы онотмаҫҡа, тиелде сара барышында. Шулай уҡ Марат Дәүләнов исеменә бағышланған еңел атлетика буйынса ярыштарҙы йыл һайын сентябрҙә уҙғарыу тураһында хәбәр ителде.
Әлфинә Килдейәрова