Уҡыусыларҙың хәрби йыйындары программаһына «Партизан ауылы» индереләсәк

Ул Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында урынлашҡан. Бындай тәҡдимде Башҡортостан башлығы индерҙе. Радий Хәбиров Шишмә районындағы паркты үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Әле бында ҡунахана төҙөү башланған. Бина 2022 йыл аҙағында сафҡа инер тип көтөлә. Радий Хәбиров пилотһыҙ авиация үҙәген урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ әҙерләргә, ҡышҡы миҙгелдә Әлкә-2 һәм эргә-тирләге ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн парк биләмәһендә боҙ һырғалағы әҙерләргә ҡушты. Төбәк башлығы яңы участкаларҙа барлыҡҡа килгән «Партизан ауылы»н, армия стандарттары буйынса төҙөлгән ҡаршлыҡтар һыҙатын ҡараны.