Ярышта республика етәкселеге, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтары командаларға бүленеп ҡаршылыҡ һыҙаттарын үтте. Үҙҙәренең физик әҙерлеген, командала эшләү һәләтен тикшерҙе.
Рәсми сараларҙа, эшлекле костюмдарҙа ғына күреп өйрәнгән етәкселәр Геройҙар уҙышында, спорт кейемендә. Уларға ҡатмарлы һорауҙарҙы сисергә өйрәтәһе түгел, тик был майҙанда башҡа сифаттар ҙа талап ителә. Һанаулы ғына секундтар эсендә ҡарар ҡабул итеү, таһыллыҡ, ҡыйыулыҡ һәм команда менән эшләй белеү. Заман етәксеһе өсөн мөһим сифаттар. Ә парктағы ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү ысынлап та еңелдән түгел.
Бөтәһе ундан ашыу команда. Уларға ике тиҫтәгә яҡын этапты үтеп сығырға кәрәк. Ҡаршылыҡтар ҡатмарлы, тауға үрмәләү ҙә, һыуға төшөү ҙә, тар ғына тоннелдәрҙән үтеү ҙә талап ителә. Әммә ҡатнашыусылар бирешмәй.
Ҡатнашыусылар фекеренсә, ярыш бик үҙенсәлекле. Ул ябай ғына спорт ярышы түгел. Геройҙар уҙышының нигеҙендә тәрәнерәк мәғәнә ята. Беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ.
Был сарала еңеүселәр йәки еңелеүселәр юҡ. Команда ағзалары кәртәләрҙе үткәндә бер-береһенә булышлыҡ итә, ярҙам ҡулы һуҙа.
«Беҙ бер команда», «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ», тигән яңғырауыҡлы девиздарҙың мәғәнәһен ауырылыҡтар, һынауҙар килгәндә генә аңларға ммөкин. Сөнки ҡаршылыҡтарҙы бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙғанда, команда булып ойошҡанда ғына еңергә мөмкин. Бөгөнгө ярыш берҙәмлектең ысын көсөн иҫбатланы ла инде.
Рәмзиә Кәримова