Турнирҙа республиканың төрлө төбәктәренән килгән спортсылар көс һынашты.
Бокс буйынса ярыш өс көн дауам итеп, иң көслөләрҙе асыҡланы. Был спорт төрө көс, етеҙлек, уяулыҡ талап итә.Шуға ла турнирға үҫмерҙәр һәм тренерҙар ныҡлы әҙерлек менән килгән. Ҡуянтау ауылынан Мораҙым Байегетов бокс менән 6-сы йыл шөғөлләнә. Өфө, Мәскәү, Ульяновск, Магнитогорск ҡалаларында үткән ярыштарҙа ла үҙ көсөн һынай.
Турнирҙа Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Әбйәлил, Белорет райондарынан, Ырымбур өлкәһенән 70-тән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны. Йылдар дауамында барған күнекмәләр, физик әҙерлек күптәр өсөн юғары баһа алырға ярҙам итте.
Төхвәт Аслаев Баймаҡ районы Иҫән ауылында тыуа. Ул 50-нән ашыу китап һәм методик ҡулланмалар авторы, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе ғалимдарҙың береһе.
Төхвәт Хәлим улы педагогик новаторлығы өсөн Ушинский миҙалына, «БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Уның иҫтәлегенә ярыш тәүге тапҡыр 1996 йылда Баймаҡ ҡалаһында ойошторола. Бер нисә йыл рәттән Өфөлә үткәндән һуң, турнир шәхестең тыуған яғында – Баймаҡта дауам итә.
Бындай ярыштар уҙғарыу – күренекле шәхестең исемен мәңгеләштереүҙең бер ысулы. Спорт ярышы үҙ-ара көс һынашыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә.
Альбина Байегетова