Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса үҙенең кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, имам Хәмзә хәҙрәт һәм протоиерей Виктор Иванов менән осрашты. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркынан улар хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Төбәк башлығы кәңәшсеһе һәм дин әһелдәре Украинаға барырға башҡорт батальондарын формалаштырыу этабында уҡ теләк белдергәйне. Радий Хәбиров алыҫ юлға сығыусыларға уңыштар теләне һәм Башҡортостан хәрбиҙәренә туғандары һәм яҡындарынан сәләмдәр тапшырҙы.