Ауыр юғалтыу. Иглин районы Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновты һуңғы юлға оҙатты. Шайморатов исемендәге батальон һалдаты тыуған ауылы Көҙәйҙә ерләнде. Матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Фәтхетдиновтарҙың ҡайғыһын уртаҡлашып һалдаттың тормош иптәшенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Украиналағы махсус операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновты һуңғы юлға оҙатырға тотош ауыл халҡы йыйылды. Хәрбиҙең яҡындары, дуҫтары илһөйәр һалдаттың тормош юлын иҫкә алып, ҡаһарманлығын билдәләне.
Денис Фәтхетдинов мәктәп йылдарынан уҡ ҡыйыулығы һәм яуаплығы менән айырылып торған. Бокс менән шөғөлләнгән егет Өфөлә автотранспорт колледжында автомеханик һөнәрен үҙләштергәндән һуң контракт буйынса хеҙмәт иткән. Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашҡан.
Һалдатты һуңғы юлға оҙатыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.Төбәк етәксеһе Украиналағы хәрби операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновтың тормош иптәшенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы, уның балаларына ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙе.
Денис Фәтхетдинов ысын герой булып иҫтә ҡалды, сөнки һалдат һуңғы һулышына тиклем батырҙарса тыуған иле өсөн көрәшкән. Һалдат уҡыған мәктәптә уның исемен мәңгеләштереү сараларын ойоштороу көтөлә.
Флорида Ким