Өфөлә илдең иң оҫта йөк автомобиле водителе асыҡлана

Рәсәй кимәлендәге конкурс «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда, ике көн дауамында бара.

Конкурс «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Һөнәри оҫталыҡ ярышында илдең ике тиҫтәгә яҡын төбәгенән 30 муниципаль берәмек вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостан данын 11 ойошманың водителдәре яҡлай. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Тәжрибәле водителдәр ҡулында 10 тоннанан ашыу тартҡан ҡеүәтле йөк автомобилдәре лә уйынсыҡ һымаҡ. Транспорт сараһында юғары тиҙлектә төрлө маневрҙар яһай алыу ҙа, ситкә тайпылмай ғына тейешле урынға туҡтатыу ҙа талап ителә. Силәбе өлкәһенән килгән Әлмир Әхмәтов һуңғы 7 йылда ғына 1 миллион километрҙан ашыу юл үткән. Мин «Вольво»ла йөрөйөм, ә бында «Камаз» да ярышырға кәрәк, таныш булмаған автомобилдә ҡатмарлы, ти ул.

Конкурста ҡатнашыу өсөн водитель таныҡлығы ғына етмәй, ҡағиҙәләрҙе яҡшы белеү ҙә, һөнәри оҫталыҡ та, таһыллыҡ та талап ителә. Мәҫәлән, 10 тоннаға тиклемге йөк автомобилдәре ярышында ювелирҙарса теүәллек тә мотлаҡ, йәғни, кузовҡа ҡуйылған һыулы бокалды түкмәй-сәсмәй генә йөрөтөү шарт. Һәр кемдең ҡулынан килерлек түгел. Башҡортостан данын яҡлаған Флүр Хөсәйенов фекеренсә, конкурс һынауҙары ҡатмарлы, әммә үтеп сығырлыҡ.

Башҡортостанда был конкурс тәүге тапҡыр ойошторола, ул илдең төрлө төбәктәренә килгән водителдәрҙе бергә туплай һәм һөнәри оҫталыҡты арттырыуҙы, һөнәрҙең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Ярыш майҙанда ғына бара, ә ҡалған ваҡытта водителдәр бер-береһе менән аралаша, фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша. Был – уникаль мөмкинлек, тип әйтер инем, сөнки беҙ тәү сиратта юл йөрөү мәҙәниәтен күтәреү хаҡында һөйләйбеҙ.

Александр Булушев, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры

Ауыр йөк автомобилдәре башҡарған фигураларҙы, конкурс этаптарын күптәр еңел транспорт сараһында ла үтеп сыға алмай. Мәҫәлән, артҡа биреп туҡтау, уң ҡул ҡағиҙәһен үтәү – был осраҡта көҙгөлә бер нәмә лә күренмәй. Йәғни конкурс һынауҙары юғары һөнәри оҫталыҡ, тәжрибә талап итә.

Алексей Васильков, баһалама рәйесе

Конкурстың приз фонды – 1 миллион һум. Еңеүселәр Бөтә Рәсәй конкурсын йомғаҡлау тантанаһында билдәләнә.

Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстың тап Башҡортостан ерлегендә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Республика автомобиль юлдары оҙонлоғо, транспорт иҫәбе буйынса илдә алдғыларҙан һанала. Ә был конкурс һөнәри оҫталыҡты арттырыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә иғтибарҙы көсәйтеү, тимәк, авариялар һанын кәметеүгә булышлыҡ итә.

Рәмзиә Кәримова