Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың мөмкинлектәре менән таныштырыу 24 октябргә тиклем иҫәпләнгән. Асыҡ ишектәргә килгән йәштәр менән БЮТ ижади төркөмө лә республиканың уникаль китапханаһы буйлап ойошторолған экскурсияла ҡатнашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2 курс студенттары педагогика һәм музыкаль йүнәлеш буйынса белем ала. Республиканың төп һәм боронғо китапханаһы менән танышыу экскурсияһына килгән йәштәр башта электрон теркәү үтте. Был артабан китапхана фонды һәм электрон ресурстар менән эшләгәндә төп талап. Әйткәндәй электрон форматтағы билеттарҙы оҙайтырға кәрәкмәй, уларҙы ҡулланыу мөҙҙәте сикһеҙ.
Китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә 50 меңдән ашыу китап һәм гәзит-журнал тупланған. Кәрәкле мәғлүмәтте һанлы технологиялар яиҙамында табыу бик еңел. Бүлек етәксеһе Азат Ибраһимов асыҡ ишектәргә килеүсе йәштәрҙе электрон сығанаҡтар менән эшләү тәртибе менән таныштырҙы.
Өфөлә беренсе китап магазины асҡан һәм тәүге йәмәғәт китапханаһын булдырған меценат Блохин хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Китапханасы Шәүрә Абдрахманова иһә китаптарҙы һаҡлау өсөн эшләнелгән махсус чиптар ярҙамында эшләү алымдарын ғәмәлдә күрһәтте.
Студенттар ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә 1927 йылда нәшер ителгән «Сәсән» әҙәби журналы һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сығарылған мәҙәктәр һәм шарадалар менән танышты. Был бүлектә 400-ҙән ашыу бәләкәй форматта китаптар һаҡлана. Уларҙың тиражы 50 дана ғына булғандары, һәм зиннәтле таш аҡыҡ менән биҙәлгән Библия кеүек бер нөсхәләге китаптар ҙа бар. Алтмышлап китап коллекцияһынан торған күргәҙмәлә студенттар бәләкәй китаптар һәм уларҙың эстәлеге хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупланы.
Әйткәндәй, был бүлектә һирәк ҡулъяҙмалар һәм китаптарҙағы мәғлүмәтте смартфон ярҙамында кюар -код аша еңел генә эҙләп алырға мөмкинлеген йәштәр үҙҙәре лә ҡулланып ҡараны.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Асыҡ ишектәр көнө»н ойоштороусылар йәштәр араһында китапҡа һөйәү уятыу һәм китап уҡыу мәҙәниәтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ҡулына китап тотҡан уҡыусы йәштәр мәҙәниәт, фән өлкәһендә тәрән мәғлүмәт һәм өҫтәмә белемгә эйә булыуҙан тыш, телдәрҙе , тыуған яҡты өйрәнә ала.
Гүзәл Борханова