Бер юлы ике китаптың исем туйы

Күгәрсен районының модель китапханаһында Ғәлиә Әлимғужина менән Зөлфиә Хәйбуллинаның шиғри йыйынтыҡтары йәмәғәтселеккә тәҡдим ителде. Ижад байрамына шағирәләрҙең ҡәләмдәштәре, уҡытыусылары, ҡунаҡтар йыйылды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Ижад кисәһе китаптың корректорына бағышланған шаян шиғырҙан башланды. Китап авторы Ғәлиә Әлимғужинаның «Күңелем моңо» йыйынтығы – тәүге ижад емеше. Бала саҡтан йыр-моңға, нәфис һүҙгә маһир Юлдыбай ҡыҙы ҡәләмен Башҡорт дәүләт университетының “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә һынап ҡарай.

Юғары белем алғандан һуң яҙмыш Ғәлиә Әхәт ҡыҙын Күгәрсен районына ташлай. Мәктәптә уҡытыусыһы булып эшләү – мине күп нәмәгә өйрәтте, ти шағирә. Ул йәштәй тол ҡалған өләсәләре, һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ағалары, төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп тракторсы һөнәренә уҡып сыҡҡан атаһының яҙмышын шиғыр юлдарына һала.

Ижад байрамында Ғәлиә Әхәт ҡыҙының ҡәләмдәш дуҫы Зөлфиә Хәйбуллинаның да 8-се китабының презентацияһы үтте. Юғары категориялы уҡытыусы, мәғариф алдынғыһы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты тыуған яҡҡа һоҡланып яҙған, үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып донъяға, төрлө проблемаларға ҡарашын тасуирлаған ижадын тәҡдим итте.

Ғәлиә Әлимғужина менән Зөлфиә Хәйбуллина Күгәрсен районында эшләп килгән «Оло Эйек буйында» әҙәби берекмәһенең оло ҡәләмдәштәре. Ғәлиә Әхәт ҡыҙы шиғырҙарҙан тыш, хикәйәләр ҙә яҙа, рус поэзияһын тәржемә итә. Бынан тыш, уларҙың ижад емештәре ваҡытлы матбуғатта ла донъя күрә.

Кисә ҡунаҡтары авторҙарға йылы һүҙҙәрен еткереп, хәтирәләре менән бүлеште, бүләктәрен тапшырҙы. Райондың «Йәнбикә» төркөмө Зөлфиә Ниәзбәк ҡыҙының шиғырын уҡып ишеттерҙе, ә Ғәлиә Әхәт ҡыҙының шиғырын йыр итеп башҡарҙы.

Әлфинә Килдейәрова