Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары Алыҫ Көнсығышта тәүге еңеүен яуланы

Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре Хабаровскиҙа «Амур» клубын 2-0 иҫәбе менән еңде. Дәғүәселәр ҡапҡаһына шайбаларҙы Иван Дроздов менән Николай Кулёмин индерҙе.

Шулай итеп, юлаевсылар өс тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа тарығандан һуң үҙ иҫәбенә ике мәрәй яҙа алды. Киләһе осрашыуын Башҡортостан командаһы тағы ла Хабаровскиҙа уҙғара. «Амур» менән сираттағы уйын 21 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.