Башҡортостан эшселәре Луганск халыҡ республикаһын ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерләй

Һыуыҡ төшкәнсе өлгөрөргә. Башҡортостан эшселәре Луганск халыҡ республикаһында социаль объекттарҙы һәм күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерләй. Бурыстар аныҡ, ремонт эштәре график буйынса бара. Донбасста хеҙмәт вахтаһын үтәгән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты

Ильяс Дәүләтшин - ҡыйыҡ ябыу оҫтаһы. Бер ай инде ул тыуған Салауат районынан ситтә, Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч ҡалаһында эшләй. Алыҫ Донбасс ерендә хеҙмәт вахтаһын Ильяс намыҫ эше тип баһалай.

Красный Луч ҡалаһының 5-се уҡытыу-тәрбиә комплексына снаряд ярсығы эләгеп өлөшләтә түбәһе зарар күргән, тәҙрәләре ярылған. Башҡортостандың ремонт бригадалары белем усағында төҙөкләндереү эштәрен яңы уҡыу йылына тулыһынса тамамлаған.

Красный Луч Донецк ҡалҡыулығының көньяҡ битләүендә урынлашҡан. Луганск халыҡ республикаһының сәнәғәт үҙәктәренең береһе. Халыҡ башлыса урындағы ташкүмер шахталарында эшләгән. Стратегик сеймалға бай төбәк булыуға ҡарамаҫтан, ҡала элек-электән Украина тарафынан үгәйһетелеп килгән. Социаль объекттар, күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың күбеһе заман талаптарына яуап бирмәй.

16 июнь Украина ҡораллы көстәре осорған "Точка У" ракетаһы Красный Луч ҡалаһының акустика ҡорамалдары заводы биләмәһендәге хәрби арсеналға эләгә. Келәттәге хәрби припастар бер аҙна дауамында шартлай. Һөҙөмтәлә завод эргәһендә урынлашҡан торлаҡ кварталдары тотошлайы менән харабаларға әйләнә. Бында әле лә һауала дары еҫе, ә ерҙә мина ярсыҡтары һибелгән.

Был харабаларҙы таҙартыу ҙа Красный Луч ҡалаһында хеҙмәт вахтаһында булған Башҡортостан вәкилдәре иңенә төшә. Рәсми телдә улар хәрби объект тип атала.

Украина ҡораллы көстәре тарафынан 16 июндә башҡарылған террор ғәмәленән һуң Красный Лучта төҙөкләндереү талап ителгән объекттар һаны 488-гә етте, уларҙың 98-е күп фатирлы йорттар.

Әлегә Башҡортостандың хеҙмәт бригадалары 14 объектта талап ителгән эштәрҙе тулыһынса башҡарып сыҡҡан. Төҙөлөш материалдары менән тотҡарлыҡтар юҡ. Маҡсат - октябрь аҙағына тиклем тағы ла 11 объектты сафҡа индереү. Республика ҡуйған бурыс һис шикһеҙ үтәләсәк, ти Донбасс инфраструктураһын төҙөкләндереүсе Башҡортостан хеҙмәтсәндәре.

Рафиҡ Әхмәтшин