Уны асыу тантанаһы бөгөн була. “Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Беларусь, Ирандан ҡунаҡтар көтәбеҙ”, тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Форум Өфөлә Рубеж урамы, 178 адресы буйынса урынлашҡан “Конгрестар” паркында ойошторола.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Конгрестар” паркында ойошторолған транспорт һәм төҙөлөш күргәҙмәһе 23 сентябргә тиклем эшләй. Уның менән иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-се яртыға тиклем танышырға мөмкин. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға экспозиция менән колледж уҡыусыларын да таныштырыуҙы ойошторорға ҡушты. Форум барышында “Амкодор” заводын төҙөүгә старт биреү көтөлә.