Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Башҡортостан башлығы Иглин районы Майский ауылында Украиналағы махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡташыбыҙ Денис Фәтхетдиновтың яҡындары менән осрашты. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ул Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
Шайморатов исемендәге батальон яугиры Денис Фәтхетдинов Украиналағы махсус хәрби операция барышында 11 сентябрҙә батырҙарса һәләк була. Оҙаҡ йылдар дауамында Ҡораллы көстәр сафында контракт буйынса хеҙмәт иткән, Сүриәләге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яҡташыбыҙҙың биш һәм ике йәшлек улдары атайһыҙ ҡалды.
Башҡортостан башлығы яугирҙың тормош иптәше Виктория Фәтхетдинова һәм ҡәйнәһе Светлана Бәширова менән осрашты. Әңгәмә барышында Радий Хәбиров ғаиләне борсоған мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Ватаны өсөн йәнен аямаған батырҙың балалары һәм яҡындары тураһында республика хәстәрлек күрәсәк тип белдерҙе Башҡортостан башлығы.
Силәбе өлкәһе сигендә урынлашҡан Майский – Иглин районының төпкөл ауылдарының береһе. Әле унда 273 кеше йәшәй. Ауылда аҙ комплектлы башланғыс мәктәп эшләй. Уртансы баҫҡыстағы мәктәп уҡыусылары Оло Тәләктә белем ала. Улар өсөн махсус автобус сәфәре булдырылған. Беренсе, икенсе һәм өсөнсө класта алты бала уҡый.
Башҡортостан башлығы төпкөлдәге аҙ комплектлы мәктәп менән яҡындан танышты. Балалар һәм уҡытыусы менән аралашты. Майский ауылындағы башланғыс белем усағы эшмәкәрлеген дауам итәсәк.
Майский ауылында яҙҙан бирле яңы фельдшер акушерлыҡ пункты эшләй. Мөдире – тәжрибәле медицина хеҙмәткәре Ләйлә Кайтаева.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Тиҙҙән бында ауыл халҡы өсөн дарыухана асыу мөмкинлеге лә ҡарала. Башҡортостан башлығы заманса ФАП үҙенсәлектәре менән яҡындан танышты һәм ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында торған Ләйлә Кайтаеваға уңыштар теләне.
Майский – Иглин районындағы газ үтмәгән һирәк ауылдарҙың береһе. Урындағы халыҡ менән осрашыу барышында ла зәңгәр яғыулыҡ селтәрен һуҙыу мәсьәләһе күтәрелде. Башҡортостан башлығы уны тиҙ арала хәл итеү кәрәклеген билдәләне.
2025 йылға тиклем Майский ауылына зәңгәр яғыулыҡ селтәре һуҙыласаҡ. Был эште тиҙләтеү мөмкинлектәре лә ҡарала. Республикала газ йорт биләмәләренә тиклем бушлай һуҙыла. Өйгә зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн социаль яҡтан аҙ яҡланған ҡатламға 100 һәм 75 мең һумлыҡ сертификаттар бирелә.
Радий Хәбиров урындағы хакимиәткә халыҡҡа газ тоташтырыу буйынса льготаларҙың шарттары тураһында ентекле мәғлүмәт бирергә ҡушты. Ауылдаштарҙы иһә Украиналағы махсус хәрби операция барышында һәләк булған Денис Фәтхетдиновтың яҡындарына терәк булырға саҡырҙы.
Рафиҡ Әхмәтшин