Башҡорт теле уҡытыусыһы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Туған телдәр уҡытыусылары араһында үткән бәйгелә 69 педагог ҡатнашҡан. Башҡортостан вәкиле Мирас Ишдәүләтов «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеп, финалға үтте.

«Иң яҡшы туған телдәр уҡытыусыһы» конкурсы быйыл беренсе тапҡыр Пятигорск ҡалаһында үткәрелгән. Бәйгелә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 31 тел уҡытыусыһы ҡатнашҡан. Бер нисә этапта үткән ярышта башҡорт теле уҡытыусыһы 6 финалист иҫәбенә ингән.

Ҡала балаларын туған телдә уҡытыу еңелдән түгел. Әммә телгә һөйөү, мәҙәниәткә ихтирам тәрбиәләү уҡытыусының үҙенән тора, тигән фекерҙә педагог. Тәүҙә балаларҙың күңелен яулау, ышаныс уятыу мөһим. Пятигорск ҡалаһында үткән асыҡ дәрестәрҙә лә ошо принципҡа таянып эш итә уҡытыусы.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Мирас Рәшит улының был тәүге еңеүе түгел. «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында ул абсолют еңеүсе тип билдәләнгән. Яуланған үрҙәр йәш педагогҡа тағы ла тырышып эшләргә көс, дәрт бирә, яуаплылыҡ өҫтәй.

Лилиә Мәҡсүтова