«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә райондың һигеҙ белем усағында «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре асылды. Баймаҡ лицей-интернатының заманса уҡыу кабинеттары менән БЮТ ижади төркөмө лә ҡыҙыҡһынды.
Яңы уҡыу йылында лицей-интернат уҡыусылары физика, химия һәм биология фәндәренән белемде заман талаптарына яуап биргән уҡыу бүлмәләрендә аласаҡ. Бында бөтәһе 302 бала уҡый. Уларҙың күптәре – ауылдан. Милли проект бәләкәй ҡала һәм ауыл мәктәптәренә белем биреүҙең яңы форматын тәҡдим итә.
Заманса уҡыу бүлмәләрен булдырыу маҡсатында федераль ҡаҙнанан бер миллион ярым һумдан ашыу аҡса бүленә. Бынан тыш, урындағы муниципалитет ярҙамы менән ошо кабинеттарҙа ремонт эштәре башҡарыла. Үҫеш нөктәһе асылыу менән лицей уҡыусылары практика, лаборатория һәм проект эштәренә ваҡытты күберәк бүләсәк.
Яңы уҡыу йылында «Үҫеш нөктәләре» райондың тағы ла Ҡуянтау, Беренсе һәм Икенсе Этҡол, Ишберҙе, Ишмырҙа, Ҡолсора ауылдары мәктәптәрендә, шулай уҡ ҡаланың 5 се һанлы мәктәбендә эш башланы. Инновация үҙәктәре уҡыусылар өсөн генә түгел, ә педагогтар өсөн дә белемде камиллаштырыу, үҫешеү йәһәтенән майҙансыҡ булып тора. булып тора. Дөйөм алғанда, районда 22 мәктәптә үҫеш нөктәһе үҙәктәре булдырылған.
Альбина Байегетова