Ғилми -ғәмәли конференция форматында ойошторолған сара арҙаҡлы ғалимдар, архив хеҙмәткәрҙәре, тарихи-документаль баҫманы төҙөүсе автор Азамат Урманшин ҡатнашлығында ойоштролдо.
Район мәҙәниәт йортоноң тамаша залында айырыуса тантана. Сара Рәсәй һәм Башҡортостан гимдары оҙатыуында асылды. Милләттең киләсәге хаҡында борсолған, тарихи хәтерҙе яңыртҡан зыялыларҙы бер ҡорға йыйған ғилми-ғәмили конференцияла ҡатнашыусыларҙы Ғафури районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Әхтәмова тәбирикләне һәм китапты төҙөүсе авторға һәм Юлыҡ ауылы халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәсәй Президенты грантына «Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым» тип исемләнгән тарихи-генеалогик баҫма Ғафури районы Юлыҡ ауылының быуаттар төпкөләнән килгән тарихын һәм бөгөнгөһөн яҡтырта.
Автор төҙөүсе Азамат Урманшин архивтарҙа эҙләнеп 1739, 1737-1744 йылдарҙа төҙөлгән карталарға тап булған. Һуңғыһын автор Санкт-Петербургтың Ельцин исемендәге президент китапханаһында тапҡан. Был карталар аша ер-һыу атамалары, Өфөнән Еҙем йылғаһы буйлап ике оло юл үткәнен асыҡларға мөмкин.
Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмәғәт советы рәйесе Марат Зөлҡәрнәев билдәләүенсә, «Ауылҡайым, инең Юлыҡҡайым»« Азамат Урманшин етәкселегендәге ҙур һәм берҙәм команда тырышлығы емеше.
500 дана менән сыҡҡан китап документаль материалдар, иҫтәлектәр, архив һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы ғаилә династиялары хаҡында публицистик мәҡәләләр менән байытылған. Ул тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, нәҫел ебен барлаусылар өсөн төплө мәғлүмәт сығанағы булып тора.
Тарихи хәтерҙе яңыртыусылар командаһына Башҡортостан мәҙәниәт министрының, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмәғәт советының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ғилми-ғәмәли конференция Кәрим Булат һүҙҙәренә, Рәмил Ғимрани ижад иткән Юлыҡ ауылы гимнына әүерелгән йыр менән тамамланды.
Гүзәл Борханова,