Баш ҡала аэропортында сит ил вәкилдәрен Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Беларусь делегацияһы Башҡортостанда асылған «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында ҡатнашасаҡ. Иртәгә ҡунаҡтар бер нисә сәнәғәт һәм социаль объект менән таныша.
Шулай уҡ Минск автомобиль заводының дилер үҙәген асыу һәм «Амкодор» компанияһының производство комплексы төҙөлөшөнә капсула һалыу ҡаралған. Эш сәфәре барышында яҡтарҙы Башҡортостан менән Белоруссияның иҡтисади, инвестиция һәм туристик мөмкинлектәре менән таныштырыу ҙа уҙа.