Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Луганск халыҡ республикаһына гуманитар ярҙам әҙерләй

Сара төбәктең Красный Луч ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары берлеге араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә бәйле алып барыла.

Бөгөн Донбассҡа ебәреләсәк ылауҙың бер өлөшө республика предприятиеларында эшләүсе ойошма ағзалары тарафынан йыйылған. Шулай ҙа эш тик бының менән сикләнмәйәсәк.

Әйткәндәй, 20 йыл элек Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ташҡындан зыян күргән Саха-Яҡут республикаһына 4 вагон самаһы ылау оҙатҡайны. Башҡортостан гүзәл заттары был юлы ла һынатмаҫ, тип ышана союз рәйесе.

Азат Ғәлиуллин