Өфө «Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

«Йәшелдәр» партияһы активистары ирекмәндәр менән бергә баш ҡала аллеяларының береһенә йүкә үҫентеләре ултыртты. Сарала урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. «Снэма сервис» предприятиеһы ағастар һәм ҡеүәтле техника менән ярҙам иткән.

Экологик акция үҫеп килгән быуында тәбиғәткә һәм уның ресурстарына һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыуға ла ҙур өлөш индерә. Бөтә Рәсәй проектын ойоштороусылар идеяһына ярашлы, сара сиктәрендә етмеш миллион ағас ултыртылырға тейеш. Акция сайтында иҫәп тә алып барыла, әлегә план 28 процентҡа үтәлгән.

Гөлназ Хәйбуллина