Өлөшләтә мобилизация резервтағы яҡынса 300 мең кешегә ҡағыласаҡ

Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация тураһында хәбәр ителде. Был туралағы ҡарарҙы Владимир Путин ҡабул итте. Рәсәй халҡына мөрәжәғәтендә ул Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәтендә барлыҡ сиктәрҙе үтеүе, шуға күрә илдең суверенитетын һәм именлеген һаҡлау өсөн өлөшләтә мобилизация – кәрәкле сара тураһында белдерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Владимир Путин Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Мобилизация саралары бөгөн башланды. Саҡырылыусылар мәжбүри рәүештә хәрби әҙерлек үтәсәк. Президент указына ярашлы, хәрби хеҙмәткә запаста тороусы граждандар һәм беренсе сиратта, Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт иткәндәр, билдәле бер хәрби-иҫәп белгеслегенә һәм тейешле тәҗрибәгә эйә булыусылар саҡырыла. Владимир Путин граждандарға мөрәжәғәт итеп, өлөшләтә мобилизация Рәсәйҙе, уның суверенитетын, территориаль бөтөнлөгөн һәм урындағы халыҡтың именлеген тәьмин итеү өсөн ҡабул ителеүен белдерҙе.

Өлөшләтә мобилизация резервтағы яҡынса 300 мең кешегә ҡағыла. Был – дөйөм мобилизация ресурсының 1 проценты. Был турала Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу белдерҙе. Уның билдәләүенсә, өлөшләтә мобилизация ВУЗ-дарҙа уҡыусы студенттарға һәм әлеге ваҡытта илдең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеүселәргә ҡағылмай.

Быға тиклем Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, шулай уҡ Херсона һәм Запорожье өлкәләренең азат ителгән биләмәләрендә Рәсәй Федерацияһы составына инеү буйынса референдум үткәреү тураһында ҡарар ителде. Тауыш биреү 23-нән 27-се сентябргә тиклем уҙасаҡ. Донбасс халҡының Рәсәйгә ҡушылыу теләген Башҡортостан халҡы ла хуплай.

Владимир Путин әйтеүенсә, кешеләрҙең ихтыярын белдереү, референдумды хәүефһеҙ шарттарҙа үткәреү буйынса барыһы ла эшләнәсәк. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Херсона һәм Запорожье өлкәләре халҡы үҙ киләсәген хәстәрләп ҡабул итәсәк ҡарарын беҙ хуплаясаҡбыҙ, тине ил Президенты.

Әлфинә Килдейәрова,