«Өфө» индустриаль паркында ауыл хужалығы машиналары заводы төҙөлә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Беларусь республикаһы премьер-министры Роман Головченко «Өфө» индустриаль паркында яңы төҙөлөшкә старт бирҙе.

Киләһе йыл биләмәлә «Амкодор» компанияһының иген эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдар етештереү заводы сафҡа индереләсәк. Шулай уҡ рәсми делегация Өфө районы Михайловка ауылында Минск автомобиль заводының дилер үҙәген асыуҙа ҡатнашты. Предприятие Башҡортостанда махсус төҙөлөш, коммуналь һәм юл техникаһын ҡороуҙы яйға һалыу ҡеүәтенә эйә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһында

Индустриаль парк биләмәһендә яңы завод төҙөлөшө башланыуға бәйле киләсәк быуындарға мөрәжәғәт менән капсула һалынды. Дөйөм финанслау күләме ике млрд ярым һумға баһалана, сумманың яртыһын Башҡортостан, ҡалғанын «Амкодор» беларус компанияһы ҡаплай. Предприятие сафҡа индерелеү менән ике йөҙҙән ашыу кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителәсәк. Тиҙҙән башҡорт баҙарында ауыл хужалығы өсөн ышаныслы, ихтыяж менән ҡулланылған яңы продукция барлыҡҡа килә

Завод һәм тейешле инфраструктура төҙөлөшөнә алты гектарҙан ашыу участка бүленгән. Резидент махсус биләмәгә ҡараған барлыҡ преференцияларға дәғүә итә, төбәктең сәнәғәтте үҫтереү фонды проектты тормошҡа ашырғанда льготалы займ алырға ла булышлыҡ итәсәк.

«Амкодор» холдингының инвестиция планында – баш ҡаланың Октябрь районында төрлө техниканы хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәк ойоштороу. Проектты тормошҡа ашырыуға 105 миллион һум йүнәлтеләсәк. Беларусь республикаһы компаниялары Башҡортостан менән эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу яҡлы. Өфө районында Минск автомобиль заводының дилер үҙәге сафҡа индерелеүе лә – уңышлы башланғыстарҙың береһе.

Минск автомобиль заводына ҡарата санкциялар иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, предприятие үҫеш юлында. Биләмәлә тәҡдим ителгән махсус техника Рәсәй машина төҙөү компаниялары менән берлектә ҡоролған. Ҡеүәтле илдәр импортты алмаштырыу йүнәлешендә берҙәм эш алып бара. Беларусь республикаһы компанияһы Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәләрендә тормошҡа ашырылған күләмле инфраструктура проекттарында ҡатнашыуға ла дәғүә итә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Беларусь республикаһы премьер-министры Роман Головченко Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эшмәкәрлеге менән дә танышты. Предприятие белгестәре турбореактив авиация двигателдәрен, газ сығарыу агрегаттарын, газ турбинаһы өлкәһендә продукция етештереү һәм сервис хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Рәсми делегация компанияның йыйыу, һынауҙар ойоштороу цехтары менән танышып, авиатөҙөлөш йүнәлешен берҙәм көстәр менән үҫтереү мөмкинлектәрен ҡараны.

Гөлназ Хәйбуллина