Һауа температураһы биш көн дауамында 8 градустан түбән булған осраҡта баш ҡалала фатирҙарға ла йылы ебәрелә.
Мәсьәлә бөгөн көҙгө һәм ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә ойошторолған матбуғат конференцияһында тикшерелде. Сарала торлаҡ йорттарҙы, социаль һәм сәнәғәт биналарын йылылыҡ һәм ҡайнар һыу менән тәьмин итеүсе ойошмалар, министрлыҡ, ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Баш ҡалалағы 5 мең 669 күп фатирлы йорт яғыулыҡ миҙгеленә әҙер. Йылылыҡ селтәрҙәре 85 процентҡа ремонтланған. 602 берәмек техника әҙерлек сафына ҡуйылған. Ҡала халҡы өсөн йылытыу миҙгеле ҡала штабының ҡыҙыу линияһы эшләй. 277-09-11 Иң йыш бирелгән һорауҙар тарифтарға ҡағыла.
Лилиә Мәҡсүтова