Быйыл 43 йорт газға тоташтырылған. Ауыл халҡының шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Зөлфиә Дүсәлина ҡыуанысын йәшермәй. 20 йылдан ашыу көткән зәңгәр яғыулыҡ уларҙың йортона ла килеп еткән. Хәҙер таң менән тороп мейес яғаһы түгел – өйҙә һәр ваҡыт йылы. Йыл әйләнәһенә йортто йылытыу өсөн ғаиләгә 5 йөк машинаһы утын һатып алырға тура килгән.
Дүсәлиндарҙан тыш, газ үтеү шатлығын күрше-күләндәре лә кисерә. Йәшел урамындағы 11 йортҡа ла зәңгәр яғыулыҡ үткән. Мейес яғыу хәҙер улар өсөн матур иҫтәлек кенә булып ҡалған.
Заманында уты-һыуы, зәңгәр яғыулығы булмаған Йәшел урамында бөгөн байрам. Ҙур тырышлыҡ менән бында донъя көтөү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған.
Лилиә Мәҡсүтова