Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһына 4 йөк машинаһы һәм өс еңел автомобиль оҙатылды.
Быға тиклем төбәккә 2 мең тонна аҙыҡ-түлек, дарыу, кейем, төҙөлөш материалдары һәм башҡалары ебәрелде. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, Башҡортостан Донбасҡа ярҙам күрһәтеүен артабан дауам итәсәк.
Рафиҡ Әхмәтшин