Өфөлә Башҡортостан буйынса Рәсәй тарихи йәмғиәт идаралығы советы ултырышы үтте

Сара ойошманың 10 йыллығына арналды. Республика етәкселеге вәкилдәре, музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәрҙе барлап, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләне.

Рәсәй фәнен үҫтереү буйынса республикала күп эшләнә. Йыл башынан мәҫәлән, тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән тиҫтәнән ашыу проект Башҡортостан башлығы гранты фонды тарафынан хуплау тапҡан. Улар араһында «Шүлгәнташ» тарихи музей комплексы, «Төньяҡ амурҙары – Ватан һаҡсылары», «Башҡортостан ауылдары тарихы» кеүек күләмле эштәрҙе атарға мөмкин.

Сарала Рәсәй тарихи йәмғиәт идаралығы рәйесе, «Ватан тарихы» фондының башҡарма директоры ла ҡатнашты. Константин Могилевский тарих буйынса юғары белем алыуҙа бюджет урындарын иғтибарға алыу мәсьәләһен күтәрҙе.

Бюджет урындары йыл һайын арта. Беҙ конкурсҡа бәйле, уртаса баллдарҙы ла билдәләйбеҙ. Шуға тағы ла ике тапҡыр арттырырға мөмкин тип уйлайым. Сөнки, илгә тарих фәндәре белгестәре кәрәк. Уларҙы уҡытыу, үҫтереү өсөн төрлө яҡлап булышлыҡ итеү ҙә мөһим.

Константин Могилевский, «Ватан тарихы» фондының башҡарма директоры, Рәсәй тарихи йәмғиәт идаралығы рәйесе

Азат Ғәлиуллин