Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы барышында шул турала әйтелде. Быйыл коммуналь һәм юл хужалыҡтары өсөн 239 махсус техника алынды. 2024 йылға тиклем 7,5 миллиард һумға 730 берәмек машина ҡайтарыу планлаштырыла. Төҙөлөшкә килгәндә, быйыл республикала 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Башҡортостанда “Торлаҡ баҙары һәм ипотека экосистемаһы” тигән проект тормошҡа ашырыла башлай. Программа фатир һалып алырға теләгәндәргә тейешле торлаҡ һайларға ярҙам итә. Бындай системала льготалар һәм дәүләт ярҙамы сараларына бәйле тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.