Вице-премьер – Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев шул турала белдерҙе. Республикала 18 ойошма дәүләт оборона заказын үтәй. Ростех етештереү-уҡытыу үҙәге Өфө моторҙар эшләү берекмәһе нигеҙендә эшсе һөнәрҙәр әҙерләй. Бында токарь, фрезерлаусы, станок операторы һәм башҡаһына уҡыталар. Үҙәктә колледж студенттары тәжрибә туплай ала. Юғары уҡыу йорттарында ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҙәргә бюджет урындары арттырыла. Республика Башлығы сәнәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн дөйөм ятаҡ төҙөргә йәки бина бирергә ҡарар итте, тип белдерҙе Александр Шельдяев.