Радий Хәбиров республика халҡына мөрәжәғәт итте

Башҡортостан Башлығы бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында ҡатнашты. Ул Президент Владимир Путин иғлан иткән өлөшләтә мобилизацияға бәйле сығыш яһаны. “Беҙ ябай булмаған осорҙа, һынылышлы дәүерҙә йәшәйбеҙ. Беҙҙең илгә ситтән ҙур баҫым яһала. Әммә ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үтеребеҙгә ышанам”, - тине Республика етәксеһе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Ватаныбыҙ, шулай уҡ туғандаш Донбасс, Херсон һәм Запорожье халыҡтары һағына берҙәм фронт булып баҫыу - беҙҙең бурыс. Был өлкәләр Рәсәй составына инеү өсөн референдум уҙғарыу ҡарарын ҡабул итте. Беҙ уны хуплайбыҙ”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров район һәм ҡалаларҙа халыҡ менән осрашыуҙар үткәрергә, уларға өлөшләтә мобилизация тураһындағы указ буйынса аңлатма бирергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам сараларына иғтибар итергә, иҡтисадты мобилизациялау шарттарынан сығып, ғәмәлдәге ҡанундарға үҙгәреш индереү буйынса фекер алышырға тәҡдим итте.