«Күңел дауалаусылар» тип аталған социаль-мәҙәни программа сиктәрендә артистар концерт ҡуйҙы. 22-се ҡала дауаханаһында Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев, Зөлфиә Ҡудашева һәм башҡа сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны.
Рәмил Баҙамшин етәкләгән проект Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Аҡ халатлылар өсөн сәғәт ярым тирәһенә иҫәпләнгән концерт программаһы тәҡдим ителә. Проектты ойоштороусылар бер йыл эсендә 66 дауаханала булып бөтә республиканы урап сығырға маҡсат ҡуйған.
Шприц, скальпель һәм башҡа медицина ҡорамалдары урынына медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулына бумала алды. Билдәле рәссам Раушания Бәҙретдинова уларҙы һүрәт төшөрөргә өйрәтте.
Рәмилә Исмәғилева