Бөгөн Өфөлә Республика Башлығы Радий Хәбиров Бахрейн делегацияһы менән осрашты

  Уны  шәйех, ислам эштәре буйынса  Юғары  совет президенты  Абдулрахман бин Мөхәммәт әл Хәлифә етәкләй.  Осрашыуҙа сауҙа-иҡтисади  һәм гумантитар бәйләнештәрҙе  нығытыу  тураһында  һүҙ барҙы. Республика Башлығы  белдереүенсә,  Башҡортостанда  дин-ара татыулыҡты  нығытыуға, традицион  исламда үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.  - Һуңғы 30 йыл  бөтә  Рәсәйҙә  мосолмандарҙың  рухи   күтәрелеү  осоро булды, тине  Радий Хәбиров.