Бағыусылар һәм ҡала хакимиәтенең уртаҡ тырышлығы менән малай-ҡыҙҙар өсөн хоккей-коробкаһы төҙөлдө, физик күнекмәләр эшләү өсөн мәктәп ихатаһы инвентарь менән йыһазландырылды.
Спорт майҙансығын асыу уңайынан мәктәптә флешмоб үткәрелде. Яңы майҙансыҡтарҙа патриотик саралар, спорт ярыштары, конкурстар үтәсәк тип күҙаллана.
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн территорияға хәүефһеҙ резина ҡатламы түшәлде, ихатала асфальт яңыртылды. Төҙөкләндереү уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең теләктәрен иҫәпкә алып үткәрелде. Учреждениены тәртипкә килтереү артабан дауам итәсәк, алдағы ике йыл эсендә мәктәп бинаһын ремонтлау көтөлә.
Флорида Ким