Уның сиктәрендә белем усаҡтары командалары үҙ-ара көс һынаша. Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы һәм интернат-лицейы волейболсылары уйынын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
«Мәктәп волейбол лигаһы» – балаларҙың үҙенсәлекле волейбол турниры. Был уйында спорт мәктәптәрендә шөғөлләнмәгән, махсус әҙерлекһеҙ ябай уҡыусылар ҡатнаша. Баймаҡ лицей-интернатында тәрбиәләнеүсе Йәнгел Шәрипов ҙур теләк менән волейбол менән шөғөлләнә. Спорт үҙ ваҡытыңды дөрөҫ итеп сарыф итергә өйрәтә, уҡыу торошона ла ыңғай тәьҫир итә , ти етенсе класс уҡыусыһы.
«Мәктәп волейбол лигаһы» республика турниры уҙған йыл тәүгә ойошторолдо. Баймаҡ лицей-интернаты ул уйында үҙ көсөн һынаны.
Баймаҡтың дүртенсе лицейы командалары быйыл ярышта тәүгә ҡатнаша. Үҙ-ара уйындар, физик күнекмәләр үҙ һөҙөмтәһен күрһәтер, тип белдерә физкультура уҡытыусыһы.
Турнир был уйынды киң йәйелдереү маҡсатында Өфө волейбол федерацияһы тарафынан «Спорт – тормош нормаһы» федераль проекты сиктәрендә ойошторола. Мәктәп эсендә еңгән командалар муниципаль, артабан төбәк этаптарға үтә. Иң көслөләр республика кимәлендә уйнаясаҡ.
Әлфиә Хәмитова