Дибаевтар ғаиләһе шәхси хужалығы районда алдынғыләр рәтендә

Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылында Дибаевтар ғаиләһе крәҫтиән фермерлыҡ хужалығы районда алдынғыләр рәтендә. Улар 1 мең 753 гектарҙа бойҙай, сөгөлдөр үҫтереү менән шөғөлләнә. 4 йыл рәттән улар Рәсәй хужалыҡтары конкурсында призлы урындар яулайҙар. Эш барышы һәм тәжрибә менән улар Ютуб каналында уртаҡлаша.  “Фермер онлайн 102” каналы  видеоларын 6 йөҙ меңдән ашыу кеше ҡараған. Хужалыҡ етәксеһе Илһам Дибаев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Киләсәктә Илһам Минивәдүт улы хужалыҡты үҫтереүгә ҙур ниәттәр менән йәшәй. Артабан сәсеү майҙанын үҫтерергә, техника ҡорамалдарын яңыртырға теләй.