Ул Екатеринбургтан осоп килергә тейеш. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ошо турала яҙып сыҡты. “Был юғары ҡаҙаныш. Волга буйы федераль округында республика тәүгеләрҙән булып ошо күрһәткескә өлгәште. Өҫтәүенә былтырғы менән сағыштырғанда 8 көнгә иртәрәк”, - тип белдергән Радий Хәбиров. Ул “Был беҙгә нимә бирә һуң?” тигән һорау ҙа ҡуйған Осоштарҙы сикләү шарттарында айырым ҡала һәм илдәргә пассажирҙар ағымы арта. Эшлекле һәм туризм сәфәрҙәренә ихтыяж бар. Өфөнән яңынан-яңы эске һәм халыҡ-ара сәфәрҙәр асыла. Бөгөн баш ҡаланан 60 йүнәлештә осорға мөмкин. “Быға тәү сиратта авиасәфәрҙәргә дәүләт ярҙамы программаһы булышлыҡ итте. Төбәк маршруттарын субсидиялау буйынса республика программалары эшләй. “Өфө” аэропорты коллективын 3 миллионынсы пассажиры менән ихлас күңелдән ҡотлайым!” - тип тамамлаған социаль селтәрҙәге яҙмаһын Башҡортостан башлығы.