Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай

Өфөлә ошондай исем аҫтында митинг-концерт ойошторолдо. Ул референдум иғлан иткән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләренә теләктәшлек маҡсатында үтте.

Митинг-концертта бөтәһе 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, улар араһында хәрби хәрәкәттәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә, ябай халыҡ та күп. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне, видеобәйләнеш аша Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Күләмле саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Өфөнөң конгресс-холл алдындағы майҙанға халыҡ митинг-концерт башланыуға 1-2 сәғәт алдан уҡ йыйыла башланы. Өлкән быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә байтаҡ, күптәр ғаиләләре менән килгән. Ҡатнашыусылар араһында билдәле шәхестәрҙе лә, ябай халыҡты ла күрергә мөмкин. Барыһы ла бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа берҙәмлектең әһәмиәтен яҡшы аңлай. Махсус операцияла ҡатнашҡандар араһында һәр кемдең туғандары, яҡындары йәки таныштары бар.

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең референдум иғлан итеүен тарихи ваҡиға һәм көтөлгән хәл, тип әйтергә була. Сөнки был төбәктәр оҙайлы осор Украина ҡыҫымы аҫтында агрессия тойоп йәшәй. Митинг-концертта ҡатнашыусылар референдумды был төбәктәрҙең үҙ Ватанына ҡайтыуы тип баһалай.

Митинг-концертта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, Башҡортостан һәр ваҡыт батыр ул-ҡыҙҙары менән дан тотҡан. Бөгөн дә махсус операцияла республикала тупланған ике батальон хәрби бурысын үтәй, егеттәребеҙ алғы һыҙыҡта бара. Салауат районынан Рәлиф Хөснөтдинов махсус операцияла 25 йәшлек улын юғалтҡан. Үҙе – Афған һуғышы ветераны. Ватанды һаҡлау ир-егеттәрҙең изге бурысы, мин улым менән ғорурланам, ти ул. Илнур Рәлиф улының батырлығы үҙе һәләк булғандан һуң «Ҡаһарманлыҡ» һәм Шайморатов ордендары менән баһаланған.

Ил һаҡлау ир-егеттәр иңендә тигән фекерҙе билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев та хуплай. Ул үҙе әрмелә хеҙмәт иткәндә Омскиҙа казарма емерелеп аяҡһыҙ ҡала. Коляскала ултырмаһам, бөгөн дә ҡулыма ҡорал алыр инем, тине ул.

Ил өсөн һынылышлы, ҡатмарлы һынау мәле. Был осорҙа яуаплылыҡ ир-егеттәргә генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар иңенә лә ята. Тап гүзәл заттарҙан бөгөн оло сабырлыҡ һәм изге ниәт-теләктәр талап ителә. Сөнки батырҙарҙы ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәләй һәм яугирҙарға тап улар терәк-таяныс булып тора.

Митинг-концертта бөтәһе 20 мең тирәһе кеше ҡатнашты. Был сара тағы ла бер тапҡыр Башҡортостан халҡының берҙәмлеген сағылдырҙы.

Митинг-концертта Башҡортостан халҡына видеобәйләнеш аша Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин мөрәжәғәт итте, ул теләктәшлек һәм ярҙам ҡулы һуҙған өсөн рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, Донбасс, Херсон һәм Запорожьенан Башҡортостанға ваҡытлыса һыйыныусылар ҙа референдумда ҡатнаша ала. Улар өсөн тауыш биреү пункттары булдырылған.

Рәмзиә Кәримова