Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко белдерҙе. Халыҡтан ҡабул ителгән һорауҙарға Оборона министрлығы белгестәре менән берлектә яуап әҙерләнә.
Материалдар «Аңлатабыҙ.рф» хөкүмәт порталында донъя күрә. «Рәсми сығанаҡтарға таянығыҙ, имем-мимештәргә һәм тикшерелмәғән мәғлүмәткә ышанмағыҙ», – тигән фекерҙә вице-премьер. «Ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: 122. Өфө коды менән 347-218-19-19 һандарына шылтыратығыҙ.