Мәскәүҙә яҡташыбыҙ, йәш фотограф Байрас Байбуловтың күргәҙмәһе асылды

Байрас Байбулов Башҡортостан егете, хеҙмәт юлын ул Сибай телевидениеһында башлай, әле яҡташыбыҙ Мәскәүҙә НТВ каналында эшләй.

Фото төшөрөү Байрастың яратҡан шөғөлө. Был күргәҙмәлә «Коломенское» музей-ҡурсаулығында уҙған һабантуйҙың фотоиҫтәлектәре урын алған. Ижад емештәрендә башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, милли йолалары, кейемдәре, көнкүреш әйберҙәре сағылыш тапҡан. Шулай уҡ күргәҙмәлә Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтен, тарихи урындарын сағылдырған фотоһүрәттәр ҙә бар.

Сараға килеүселәр билдәләүенсә, Анна Әхмәтова исемендәге үҙәк китапханала Башҡортостан мәҙәниәте менән бәйле сара тәүге тапҡыр үтә. Ул был залдарға сағыу төҫтәр, милли рух өҫтәне, ти ойоштороусылар. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Мәскәүҙең «Хазина» фольклор-хореография төркөмө, «Зоренька» рус халыҡ коллективы сығыш яһауы ла сараға байрам кәйефе өҫтәне.

Ижади байрамда өлкән быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә ҙур теләк менән ҡатнашты. Илдең баш ҡалаһында йәшәүселәр Башҡортостостан сәләмен еткергән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән ай дауамында таныша ала.

Рәмзиә Кәримова