Шишмә районы хәрби-илһөйәрлек мәҙәниәт һәм ял паркы был юлы Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе вәкилдәрен йыйҙы. Яңы ижад миҙгелен асыу тантанаһы алдынан улар таһылыҡҡа көс һынашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Әлбиттә, был һынауҙың ауырлығы, тайҙы өйрәтеүгә тиң, тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Шуға ла «Геройҙар уҙышы» ҡатнашыусылары үҙ командаһын йырҙар менән ҡеүәтләне. Сара Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында үтте. Шуға ла парк биләмәһендә операнан ария ла, спектаклдән өҙөк тә яңғыраны.
Сара тап берҙәмлеккә ҡоролғайны ла инде. Шуға ла күптәр командала үтергә тырышты.
Һынауҙа берәү тороп ҡалғанда ла команда менән 10-12 тапҡыр сүгәләп ултырырға кәрәк. Һынауҙар ҙа бит еңелдән бирелмәне. Бигерәк тә йүгереп килгәндән һуң тоннель аша һалҡын һыуға сумыу. Башҡаса юл юҡ. Артабан тоннелдең икенсеһенә үрләмәләр кәрәк. Башты ла күтәрергә ярамай. Юғиһә, тимер сыбыҡҡа эләгеүең ихтимал.
Ярыш та йәрәхәтһеҙ булманы. Медицина хеҙмәткәрҙәре урында уҡ яраны бәйләп, туйға тиклем төҙәлер тигән өмөттә, артабан еңеүгә дәртләндерҙе. «Геройҙар уҙышының» һуңғы һынауы, бигерәк тә тырышып ҡатнашҡандарҙың күңеленә хуш килде.
Спорт сараһы форматы офис хеҙмәткәрҙәренән профессиональ спортсыларға тиклем ҡыҙыҡлы булһын өсөн уйланып эшләнгән. Махсус әҙерлекһеҙ ҡатнашыусылар ҙа трассаны уңышлы йырып сыҡты. Шуға ла ҡаршылыҡтар аша финишҡа еткән һәр кем еңеүсе, иҫтәлекле тимер тәңкәләр менән бүләкләнде.
Азат Ғәлиуллин