Ул Екатеринбургтан осоп килергә тейеш. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.
Был юғары ҡаҙаныш. Волга буйы федераль округында республика тәүгеләрҙән булып ошо күрһәткескә өлгәште. Өҫтәүенә, былтырғы менән сағыштырғанда, 8 көнгә иртәрәк.
«Был беҙгә нимә бирә һуң?» – тигән һорау ҡуйған Радий Хәбиров. Осоштарҙы сикләү шарттарында айырым ҡала һәм илдәргә пассажирҙар ағымы арта. Эшлекле һәм туризм сәфәрҙәренә ихтыяж бар. Өфөнән яңынан-яңы эске һәм халыҡ-ара сәфәрҙәр асыла.
Бөгөн баш ҡалабыҙҙан 60 йүнәлештә осорға мөмкин. Быға тәү сиратта авиасәфәрҙәргә дәүләт ярҙамы программаһы булышлыҡ итте. Төбәк маршруттарын субсидиялау буйынса республика программалары ла эшләй. Өфө аэропорты коллективын 3 миллионынсы пассажиры менән ихлас күңелдән ҡотлайым,-тип тамамлаған социаль селтәрҙәге яҙмаһын Башҡортостан башлығы.