Шаҡша юл сиселешендә реконструкция тамамланды

Бында 5 бормалы юл һәм трасса өҫтөнән 85 метр оҙонлоҡта үткәргес төҙөлгән. Шаҡша юл сиселеше биҫтәне М-5 «Урал» федераль трассаһы менән тоташтыра.

Ремонт 2019 йылда башланғайны. Уның барышында йәмғеһе 14 километр оҙонлоҡта юл тәртипкә килтерелде. Юрмаш йылғаһы аша күпер һәм тимер юл аша үткәргес төҙөлдө. Йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүелдәре барлыҡҡа килде. Юл 6 һыҙатлы.

Трасса яҡтыртыла, именлекте тәьмин итеү өсөн юл хәрәкәте автоматлаштырылған системаһы ҡуйылған. Юл сиселеше 2023 йылда сафҡа инергә тейеш ине, эш иртәрәк тамамланды.