Күләмле проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә бөгөн шәхси милектә булған бина һүтелә башланы. 830 квадрат метр майҙанда элек автосервис эшләгән, хөкүмәт уны һатып алған.
Бина ике аҙна дауамында һүтелергә тейеш. Урамды төҙөкләндереү саралары 2 йылға иҫәпләнгән. Юлда инженер селтәрҙәре күсерелә, ер аҫтындағы коммуникациялар тулыһынса алмаштырыла. Пугачев урамының киңлеге 25 метрға тиклем артыр тип күҙаллана. Бында 4 һыҙатлы юл эшләү ҡаралған.
Лилиә Мәҡсүтова