Балалар ашхана ризыҡтарын яратып ҡабул итәме, уларҙың көндәлек менюһы нимәнән ғибәрәт. Ошо һәм башҡа һорауҙар Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы ашханаһы миҫалында асыҡланды.
Ҡайнар аш, һөтлө бутҡа, ит ярымфабрикаттары менән икенсе ризыҡ. Йәшелсәләрҙән салат һәм киптерелгән емештәрҙән ҡайнатылған һут. Мәктәп ашханаһында әҙерләнгән һәр ризыҡты мәктәп уҡыҡсылары тәмләп, яратып ашай.
Уҡыусылар сәләмәтлеге мәктәп ашханаһына туранан тура бәйле. Туҡланыу рәүеше уның һаулығына ғына түгел, ниндәй билдә алыуына ла тәьҫир итә. Сөнки балалар көнөнөң күп өлөшөн мәктәптә уҙғара. Шуға күрә уҡыусылар туҡланыуы дөрөҫ итеп ойошторолорға тейеш.
Мәктәп менюһы төҙөлгәндә санитар-эпидемиологик нормалар иҫәпкә алына. Шулай уҡ, ашамлыҡтар каллорияһы буйынса баланың йәшенә тап килергә тейеш. Ата-әсәләр иһә үҙ балаларының мәктәптә нисек туҡланыуын даими күҙәтеп тора.
Дүртенсе лицей ашханаһында 4 ашнаҡсы һәм 5 ярҙамсы эшләй. Улар балалар ризығын сифатлы һәм файҙалы итеп әҙерләүгә бар көсөн һала. Әйткәндәй, киләһе йылда ашхананы капиталь ремонтлау күҙаллана. Төҙөкләндереү белем усағында туҡландырыуҙы тағы ла юғары кимәлдә ойоштороуға этәргес буласаҡ.
Әлфиә Хәмитова