Башҡортостан чиновниктары социаль селтәрҙә эш алып барырға тейеш

Республика  Башлығының ошо турала  күрһәтмәһе  бар.  Бөгөнгә бөтә  район һәм  ҡала  башлыҡтары, бөтә  министрлыҡтар һәм  министрҙар өс социаль селтәрҙә  сәхифәләрен асҡан.  Халыҡҡа көнүҙәк  темалар буйынса ваҡытында мәғлүмәт биреү  мөмкинлеге  бар.  Радий  Хәбиров билдәләүенсә,  властың төп бурысы -  социаль селтәргә  инеү, унда эшләү, дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте кире ҡағыу.   - Социаль селтәрҙәр  власты  тонуста  тота, халыҡ проблемалары тураһында  белергә, уларҙы тиҙ  арала хәл итергә  мөмкинлек бирә, - ти Республика Башлығы.