Тантана Волга дәүләт Һыу транспорты университетының Өфө филиалында үтте.
Абруйлы уҡыу йортонда дүрт йүнәлештә һөнәр алырға мөмкин. Быйыл етди һынау үтеп уҡырға ингән 206 курсант тантаналы шарттарҙа присяга ҡабул итте. Улар флот ветерандары һәм Өфөнөң Ленин районының абруйлы шәхестәре ҡулынан беренсе курсҡа алыныуҙары хаҡында рәсми документ алды. Быйыл курсанттарҙың 200-е бюджет, 6-һы коммерция нигеҙендә уҡырға ингән.
Республика райондарынан һәм күрше төбәктәрҙән уҡырға килеүселәр әле курсант тормошона тәүге аҙымдарын яһай, яңы ҡағиҙәләрҙе үҙләштерә. Буласаҡ йылғасылар һәм моряктар ап-паҡ формаларҙа тигеҙ сафта үтте.
Байрамды тын да алмай күҙәткән ата-әсәләр һәм яҡындары йылғасы һәм диңгеҙсе юлын һайлаған йәштәр өсөн тыныс була ала. Сөнки курсанттар үҙҙәрен хәҙерҙән үк ысын хәрбиҙәрсә ышаныслы, тыныс тота, тырышып уҡыурға һәм төрлө һөнәрҙәр үҙләштерергә һүҙ бирә. Флот ветерандары ла йәштәргә аҡ юл теләп, тәбрик һүҙҙәрен еткерә.
Гүзәл Борханова