Күптәргә башҡорт мифологияһын мәңгеләштергән автор булараҡ билдәле. Бөрйән районында былтыр асылған Аҡбуҙатҡа һәйкәл композицияһы – уның һуңғы күләмле эштәренең береһе.
Өлфәт Миңлеәхмәт улы 1952 йылдың 1 апрелендә Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһының биҙәү-ҡулланма бүлеген һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Көйөргәҙе районының почетлы гражданы тигән бик күп наградаларға лайыҡ булған. Скульпторҙың эштәре Өфө һәм Санкт-Петербург ҡалаларын биҙәй. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективы мәрхүмдең яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Азат Ғәлиуллин