Башҡортостанда М-7 трассаһы участкаһы төҙөкләндерелә башланы

Өс йылға иҫәпләнгән ремонтҡа ярашлы Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондары аша үткән 65 саҡрым юл тәртипкә килтерелә. Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург автомагистраленә ҡараған юл сиктәрендә ике күпер, тоннель һәм йөк машиналары өсөн һыҙат төҙөлә. Трасса Башҡортостанда юл яны сервисын үҫтереп, яңы эш урындары булдырырға булышлыҡ итә.

Трассаның республикала төҙөлөүе кешеләр өсөн уңайлыҡтар өҫтәй. Водителдәр төбәктән башҡа ҡалаларға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барып етә ала. Мәҫәлән, был юлдан Мәскәүгә 10-12, Екатеринбургка 5 сәғәттә барып етергә мөмкин буласаҡ.

Александр Булушев, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры

Флорида Ким