Өфөлә республика хеҙмәтсәндәренең йәйге спартакиадаһы уҙҙы

Сара Профсоюздар федерацияһы юбилейы уңайынан ойошторолдо. 350 һәүәҫкәр спортсы төрлө спорт төрҙәрендә көс һынашты.

Был спорт төрөндә тәүлек әйләнәһенә залда шөғөлләнгән атлет та еңелә ала. Ҡул көрәшендә дөрөҫ техника ҡулланғанда, беренсе урынға сығырға мөмкин. Ҡул суғының да айырыуса көслө булыуы мөһим. Айбулат Мәүлекасов армрестлинг менән студент сағынан шөғөлләнә. Һөнәре буйынса социолог булған белгес өсөн спорт тормош рәүешенә әүерелгән. Бөгөн дә ул үҙ категорияһында алдынғылыҡты бирмәне.

Еңел атлетика трасаһында ла бәйге көсөргәнешле. Ирҙәр – мең метрлыҡ, ҡыҙҙар 500 метрлыҡ дистанцияны йүгерә. Бында ғаилә менән көс һынашырға теләүселәр ҙә килгән. Һәр бер ғаилә өсөн өлгө булырлыҡ Салаутовтар ҙа спорт менән күптән дуҫ.

Спартакиала гер күтәреү, арҡан тартышыу өҫтәл теннисы буйынса ла көс һынаштылар. Һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, нефть һәм газ сәнәғәте өлкәләренән бөтәһе 350 хеҙмәткәр майҙанға сыҡты. Сара эшселәрҙең һаулығын арттырыу һәм коллектив рухты күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Республика хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы йыл һайын ойошторола. Быйыл ул Профсоюздар федерацияһы 100 йыллығына бағышланған. Сираттағы спорт сараһы ҡышын үтер, тип көтөлә.

Рәзилә Ғиниәтуллина